Өфөлә балалар өсөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үҙләштереү өсөн махсус майҙансыҡ асылды. Кескәйҙәр светофор төҫтәрен айырырға, зебраның нимә икәнен төшөнөргә өйрәнә. Уйын майҙансыҡта ҙур мегаполистың күсермәһе кескәй автоһәүәҫкәрҙәр, бәләкәй йәйәүлеләргә ихтирамлы булырға өйрәнә. Һуңғылары үҙ сиратында ҡорос аттарҙың юлда хәүеф сығанағы булыуын да аңлай.
Психологтар фекеренсә, бала саҡта уйын аша һалынған тормош тәжрибәһе ғүмерлек. Шуға ла киләсәктә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән быуын үҫеп етер,- тип ышана уйын майҙансығын ҡороусылар.
Автоҡаласыҡ Күмертау балалар йортонда ла асылды. Уйын комплексы "Рәсәй вертолеттары" холдингы һәм "Асыҡ йөрәк" хәйриә фонды ярҙамында ойошторолдо. Ул юл билдәләре, светофор менән йыһазландырылған, асфальтта хатта, махсус һыҙаттар ҙа бар. Төп бурыс кескәйҙәргә юлдың уйын майҙаны булмауын күрһәтеү. Балаларҙың машина тәгәрмәстәре аҫтына эләгеүҙе иҫкәртеү.




