Балаларҙың ялын ойоштороу буйынса Башҡортостан йыл һайын илдә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Быйыл һауыҡтырыу лагерҙарында 200 меңгә яҡын бала ял итә ала. Был көндәрҙә улар уҡыусыларҙы ҡабул итә башланы ла инде.
Шишмә районында урынлашҡан "Толпар" лагерында беренсе заезда 361 уҡыусыны ҡабул итә. Яҡын көндәрҙә Екатеринбургтан тағы ла илле ҡыҙ һәм малайҙың килеүе көтөлә. Йәш быуындың йәйге ялын файҙалы үткәреү өсөн лагерҙа барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Тоҙло шахта тын алыу юлдары өсөн файҙалы булһа, көн һайын ҡымыҙ менән һыйланыу иммунитетты нығытырға ярҙам итә.




