"Башҡортостан" дәүләт концерт залында ошо исем аҫтында етенсе асыҡ республика конкурсы уҙҙы. Концерт программаһы быйыл республикала барған Ғаилә йылына арналды. Төп геройҙары: һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр.
Ҡайһы бер сығыштарҙа балалар ата-әсәләре менән бергә сығыш яһаны. Мәҙәни бәйгегә төрлө төбәктәрҙән 400-ҙән ашыу ҡыҙҙар-малайҙар йыйылды. Йәмғеһе, ике йөҙҙән ашыу номер тәҡдим ителде.
Конкурстың маҡсаты – мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, йәмғиәткә яраҡлаштырыу. Тап был конкурста күп балалар үҙҙәренә дуҫтар таба. Сәхнәлә дебют яһап, үҙҙәрендә яңы һәләттәр аса.




