Өфөлә сабыйҙар ярышты

Үҙенсәлекле ғаилә байрамында төрлө ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгән. Хәрәкәтле уйындарҙа ҡатнашҡан һәр бәләкәскә тәмлекәстәр, бүләктәр тапшырылды. Балалар чемпионаты тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Сауҙа-күңел асыу үҙәге ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Ҡыҙыҡлы ярыштарға ун биш минут элек кенә старт бирелһә лә ҡайһы бер сабыйҙар үҙ режимын боҙмай. Лира Сабирйәнованың улы ла иҙерәп йоҡлауын белә. Әммә әсәһе улым тиҙҙән уянып, мотлаҡ ярышта ҡатнашасаҡ, тип белдерә.

Әүҙем ата-әсәләр сабыйҙарын төрлө конкурстарҙа ҡатнаштыра. Йыр-бейеүгә маһирлыҡты күрһәтеү, һикереү, ҡыҙыҡлы хәрәкәттәр яһау. Ҡыҫҡаһы, ғаилә байрамына килеүселәр бер минут та буш тормай.Байрамда тулы ғаиләлә тәрбиәләнгән сабыйҙарҙы күреү бик һөйөнөслө. Бигерәк тә атайҙар ҡулында малайҙарҙы күреү ҡыуаныслы.

Ниһайәт, имгәкләп шыуышыусылар старт ала. Конкурсҡа ата-әсәләрҙән йөҙ илле заявка бирелгән. Сабыйҙар алты төркөмдә ярыша. Улар алты метр арауыҡты шыуышып үтергә тейеш. Финишҡа артылыусы кескәй Айҙарҙы ата-әсәһе төрлө ысулдар менән дәртләндерә. Тырыш, теремек малай бик етеҙ шыуыша. Йәш ғаилә чемпионатҡа етди әҙерләнгән.

Алтынсы йыл үткән чемпионатты ойоштороусылар байрамға килеүселәрҙе тәм-томдар, һуттар, һөт продукцияһы менән бушлай һыйлау хаҡында ла хәстәрлек күргән.

Бындай ярышта сабыйҙар ғүмерендә бер генә тапҡыр ярыша ала. Чемпионаттың ҡыҙыҡлы мәлдәре, хәл иткес минуттары фотоһүрәттәрҙә һәм видеояҙмаларҙа һаҡланасаҡ. Ойоштороусылар билдәләүенсә, киләһе йылға кескәйҙәр чемпионаты тағы ла киңерәк ҡолас менән үткәреләсәк.

Автор: Гүзәл Борханова.