Башҡортостанда бойҙай культураларын сәсеү эше 95% үтәлгән. Дөйөм алғанда, яҙғы баҫыу эштәре 48 мең гектар майҙанда ҡалған. Ауыл хужалығы министрлығы белдереүенсә, сәсеү кампанияһының һуңға ҡалыуы республикала биләмәһендәге һауа шарттарына бәйле. Кисә 18 районда һабан эштәренә йомғаҡ яһалды.
Туймазы районында ла һабагтуй байрамы байрамы гөрләп үтте. Традицияға ярашлы, байрамда тирмәләр конкурсы уҙҙы. Һәр тирмәлә-милли колорит.
Баһалама ағзалары тирмәне, милли ашамлыҡтарҙы баһаланы.Байрамда ҡатнашыусылар ауыл хужалығы алдынғылары менән осрашты, көрәш, ат ярышын ҡараны. Һауа шарттарына ҡарамай, һәр кем дә лә байрам кәйефе ине




