5 июндә Бөтә Рәсәй эшҡыуарҙары көнө билдәләнә. Был көндө эшҡыуарҙар телефон аша үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап аласаҡ. Йәки республика прокуратураһына мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге буласаҡ.
Хәбәр итеүҙәренсә, эшҡыуарҙар үҙ проблемаларын хәл итеүгә мөмкинлек тыуасаҡ. Прокуратурала белгестәр ҡабул итәсәк. Ҡабул итеү Крупская урамы, 6/1 адресы буйынса ойошторола. .
Сарала ҡатнашыу өсөн 2762846 телефон һандары буйынса алдан яҙылыу кәңәш ителә.
Фото: Интернет




