Өфө урамдарында капиталь ремонт эштәре башҡарыла

Совет районында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә юлдар ремонтлана. Белгестәр Граждандар урамынан алып Октябрь проспекты тиклем төҙөкләндереү эше алып бара.

Фото №1 - Өфө урамдарында капиталь ремонт эштәре башҡарыла

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юлдың өҫкө ҡатламын фрезалау эше башҡарыла. Әле бордюрҙарға нигеҙ ташы һалына. Ремонт барышында 1600 метр таш һалынасаҡ. Шулай уҡ башҡа урамдар ҙа төҙөкләндерелә.

Вокзал, Кировоградская, Октябрҙең 50 йыллығы урамдарында ла ремонт эштәре бара. Барлығы райондың туғыҙ урамы төҙөкләндереләсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ