Кемгә һөтө, кемгә килеме

Көләмәстәге иткәме, һөткәме тигән һорауҙың тиҙҙән ысынбарлыҡҡа күсеүе бар. Сәбәп – һыйырҙың һөтө кәмеүҙә түгел, күп хужалыҡтарҙа хәҙер тоҡомло мал, улар һөттө мул бирә. Алыусыһы ғына юҡ, йә бик түбән хаҡ ҡуя. Шуға хужалыҡтарҙың малды иткә тапшыра башлауҙары ла ихтимал. Сөнки табыш сығымдарҙы ла ҡаплап бөтмәй. Проблема тураһында ентеклерәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Фото №1 - Кемгә һөтө, кемгә килеме

Уны өлкәндәр ҙә, балалар ҙа сикһеҙ ярата. Унан яһалған ризыҡтар ҙа кешенең туҡланыу рационының шаҡтай ҙур өлөшөн биләй. Һөт... донъялағы иң файҙалы эсемлек. Уға дан йырлау көнө тип йәйҙең тәүге, халыҡ-ара балаларҙы яҡлау, ата-әсәләр көнө менән бергә һайланған. Сөнки һөт ысын мәғәнәһендә ғаилә эсемлеге. Әле был байрам донъяның ҡырҡтан ашыу илендә билдәләнә.

Тик бына һуңғы аралағы һөтсөлөк өлкәһендәге хәлдәр байрам төҫөн бер аҙ боҙа. Етештереүселәр хаҡтарҙың түбән тәгәрәүенә зарлана. Сөнки республикалағы һөт эшкәртеү заводтары үҙебеҙҙең фермерҙарҙың продукцияһын алып бармай. Алһа ла бик түбән хаҡҡа. Йәнәһе лә, сит төбәктәрҙән индерелгән яңы һауған һөт күпкә арзаныраҡҡа төшә. Ә үҙебеҙҙең фермерҙар ҡайҙа итергә белмәй аҙаплана. Әле һөттөң бер литрын ни бары 16 һум менән тапшыралар, былтыр был мәлдә хаҡ 24 һум тирәһе булған. Былай барһа, күптәр һөтсөлөктән итселеккә күсеп бөтмәҫме? Үҙ сиратында, эшһеҙ ҡалыуҙар, мал һаны кәмеүе һәм башҡа ауырлыҡтар килеп тыуасаҡ. Һөттө ҡайҙа итергә? Кемдәр һауа беҙҙең заводтарҙы һәм кемгә ҡаймағы эләгә?

Былтыр заводтар һөттө уртаса 24 һум менән алһа, быйыл хаҡ 16-ға тиклем тәгәрәгән. Аграрийҙар эшкәртеүселәрҙе ер кешеһең хеҙмәтен һанға һуҡмауҙа ғәйепләй. Йәғни, һөт магнаттары улар иҫәбенә кеҫә ҡалынайта, ә тейешле хаҡты түләргә теләмәй. Икенсенән, аҡсаны ваҡытында ла күсермәйҙәр, ә мал көтөп тора алмай, уны ашатырға ла, тәрбиәләргә лә кәрәк. Әммә эшкәртеүселәр бындай дәғүә менән риза түгел, улар фекеренсә, сауҙа кәштәләрендә һөт продукцияһының ҡиммәтләнеүенә селтәрҙәрҙәр ғәйепле. Өҫтәлгән хаҡтың 45 проценты уларға тура килә.

Һөт продукцияһына хаҡ өҫтәлмәһе ҙур. Был суммаға бер кем дә йоғонто яһай алмай, барыһы ла шәхси ҡулдарҙа. Улар, әлбиттә, үҙҙәренә максимум килем алыу яҡлы.

Илдар Фәйзуллин, һөт комбинаты директоры

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы оҙайлы килешеү төҙөргә тәҡдим итә. Хаҡты билдәләү өсөн сит илдәр тәжрибәһен өйрәнеп формула әҙерләргә мөмкин. Йәғни, һөткә хаҡ ҡыш ҡиммәтләнә, йәй төшә, ә килешеүгә ҡул ҡуйғанда йыл дауамына уртаса хаҡ ҡарарға була. Сөнки әле хужалыҡтар һөт осһоҙ саҡта заводтарға һөт тапшырырға ризалаша ла, ҡиммәтләнә башлау менән һүҙенән кире ҡайта. Һөҙөмтәлә комбинаттар көтмәгәндә сеймалһыҙ ҡала.

Хаҡ үҙгәреүен туҡтатыр өсөн, кәмендә өс йылыҡ килешеүҙәр төҙөргә кәрәк. Оҙайлы килешеүҙәр төҙөр алдынан донъя практикаһын өйрәнеү мотлаҡ. Бының өсөн беҙгә ай, ай ярым самаһы ваҡыт кәрәк.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры

Бәләкәй хужалыҡтарға копперативтарға берләшеп һөттө урында эшкәртергә мөмкин, ҙур хужалыҡтар цехтарҙы үҙҙәре лә аса ала. Ҡоролмаға киткән сығымдарға субсидия бүленәсәк. Дүртөйлө районының "Россия" тоҡомсолоҡ заводында 600 баш һауын һыйыр бар. Хужалыҡ көн һайын 9 тонна һөт тапшыра. Дүртөйлөләр киләсәктә үҙҙәрендә һөт ризыҡтары сығарырға уйлай. Тулы линия әлбиттә, төп эштән ситләштерә, уның ҡарауы, һөттө оҙатыу менән бәйле проблема булмаясаҡ. Эшкәртеүселәргә, сауҙа селтәрҙәренә сығым китмәй, тимәк, хаҡтар ҙа тешләшмәйәсәк.

Малды ашатырға, ҡарарға, һауырға кәрәк. Был баҫыуҙағы икмәкте берҙе генә сәскән кеүек эш түгел. Йыл әйләменә сәсергә лә, ҡарарға ла, бесән әҙерләргә лә кәрәк. Ауыл хужалығында һөттөң хаҡы төшөүе, ә яғыулыҡтың хаҡы артыуы беҙҙең өсөн ауыр кисерелә. Министерство 30% һөттө үҙебеҙҙә етештерергә кәрәк, тигән буоыс ҡуя. Был бурысты үтәү өҫтәндә эшләйбеҙ һәм киләсәктә был процентты үҙебеҙҙә эшкәртербеҙ.

Рәфил Ғүмәров, "Россия" тоҡомсолоҡ хужалығы етәксеһе
Башбат

Эксперттар һыйыр һөтөнә ихтыяждың кәмеүен сит илдәрҙән киптерелгән һөттөң күпләп килтерелеүе менән дә бәйләй. Белорусиянан был тауарҙы индереү сикләнгән, әммә уның урынына әле Яңы Зеландия менән Аргентинанан һөт онтағы килә. Беҙҙә киптерелгән һөттөң килоһы 160 һумдан ашыу торһа, сит илдеке 90 һум менән. Был үҙ сиратында мутлашыуҙарға юл аса. Йәғни,етештереүсе менән эшкәртеүсенең үҙ-ара килешеп хәйләгә барыуы мөмкин. Хужалыҡ тапшырылған һөт күләмен арттырып күрһәтеп Хөкүмәттән һәр литр өсөн 4 һумдан ашыу субсидия ала. Ә завод өсөн был бик ҡулай, бушлыҡты киптерелгән арзан һөт иҫәбенә тултырырға мөмкин. Һарыҡ та иҫән, бүре лә туҡ. Ә һөҙөмтәлә сифатһыҙ продукциянан ябай халыҡ яфа сигә. Әммә киләсәктә системала тәртип урынлаштырылыр тип көтөлә.

1 июлдән электрон ветеринар сертификаты индереү ҡарала. Хужалыҡтан сыҡҡан, заводҡа ингән һөт күләме тикшерелә башлай. Ә һуңынан әҙер продукция күләме ҡарала. Шуға килсәктә һатып алыусыларҙың һөттөң киптерелгәнен түгел, ә өҫтөн генә ҡуллана алыуына өмөт ҙур.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ