Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының тотонолған автомобилдәр һатыуҙы контролгә алыу тураһындағы хәбәре күптәрҙе һиҫкәнергә мәжбүр итте. Автоһәүәҫкәрҙәрҙе лә, техника һатып аҡса эшләүселәрҙе лә, хеҙмәтләндереү өлкәһе, ғөмүмән, транспорт тармағына ҡағылышы булған һәр кем был яңылыҡты ризаһыҙ ҡабул итте. Йәнәһе лә, нисек кенә ҡыҫырыҡламайҙар халыҡты. Хатта, автомобилдәрҙең икенсел баҙарынан да килем алырға уйлайҙар.
Тәү ҡарашҡа, был фекер дөрөҫтөр ҙә. Дәүләт бит был өлкәне үҙ ҡулынан алып триллионлап аҡса эшләй ала. Ә икенсе яҡтан ябай халыҡҡа, йәғни машинаһын һатыусыға һәм уны һатып алыусыға был файҙаға ғына. Сөнки аукцион аралашсыларҙы, һәм үҙ сиратында эшлектән сыҡҡан, урланған, деталдәре алыштырылған автомобилдәр менән мутлашыу осраҡтарын сикләйәсәк. Һәр хәлдә, сит илдәрҙә эшләүсе аукциондар асыҡ эш итә. Унда ҡатнашыу тәжрибәһе лә беҙҙең илдә ҙур. Япония, Ҡушма штаттар һәм башҡа илдәрҙән килтерелгән автомобилдәр тап ошондай сауҙа майҙансыҡтарынан алына. Ә беҙҙә икенсел баҙарҙы контролгә алырлыҡмы , ғөмүмән, кәрәкме ул эш?
Ҡағылмаған, һуғылмаған. Буяуы шул килеш, моторы төҙөк, спидометры үҙгәртелмәгән. Булат бер нисә ай инде үҙенең ҡарлуғасын һата. Әммә әлегә уңышһыҙ, теләгән хаҡын биреүсе юҡ. Интернеттағы иғлан буйынса алыпһатарҙар ғына шылтырата тип хафалана машина хужаһы.
Булаттың борсолоуы урынлы. Сөнки автоалыпһатарҙар һатыусыларҙы ғына түгел, һатып алыусыларҙы ла төп башына ултырта. Аварияға эләгеп эшлектән сыҡҡан машиналарҙы тергеҙеп сауҙаға сығарыу йәки илгә законһыҙ индерелгән техника менән мутлашыу Рәсәй шарттарында йыш күҙәтелә. Автоаукционды ойоштороуҙың төп маҡсаты әлбиттә, ҡулланылған автомобилдәр баҙарында тәртип урынлаштырыу тип билдәләй белгестәр
Ҡулланылған автомашиналар иң күп һатылған урындарҙың береһе Өфө автобаҙары. Элегерәк был урында машина хужалары һатыу итһә, хәҙер сауҙа майҙаны тулыһынса тиерлек автоалыпһатарҙар ҡулында. Һатыуға сығарылған ҡорос аттар араһында шиклеләре лә бихисап. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының ҡанун бушланғысы автобаҙарҙа эшләүселәрҙе хафаға һалды. Яңы закон эшләй башлау менән улар йылы урындарын юғалтыуҙары ихтимал. Автоаукционды улар шәхси мөлкәткә хоҡуҡты сикләү тип иҫәпләй һәм Мәскәүҙән яңғыраған тәҡдим менән килешмәй.
Өфө үҙәге, офис. Интернет һәм элемтә саралары. Баш ҡаланың эшлекле үҙәктәренең береһендә Ришат Ғәниев менән бергә уның компаньоны Ринат Аллаяров эш итә. Маҡсат һатыуға сығарылған автоларҙы барлап, заказ биреүсенең талаптарын үтәү. Егеттәр һатып алыусыларҙың теләктәренә нигеҙләнеп автомобиль һайлаша. Алыпһатарҙар ҡуйған тоҙаҡтарҙы урап үтергә һәм яҡшы машина алырға ярҙам күрһәтә.
Ришат ҡасандыр үҙе лә сит илдән машина алып ҡайтыу менән шөғөлләнгән. Шуға ла автоаукциондарҙың эшләү тәртибен яҡшы белә.
Ҡулланылған автомобилдәрҙе автоаукциондан һатыуға бер яҡлы ғына ҡараш мөмкин түгел, ти егеттәр. Улар фекеренсә, был алым әлбиттә, баҙарҙағы мутлашыуҙарҙы кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта дилерҙарҙың ҡулына ҙур козырь тоттора.
Башҡортостан буйынса баш автоинспектор Динар Ғилметдинов та ҡулланылған автомобилдәр баҙарын заман талаптары буйынса көйләү ваҡыты етте тигән фекерҙә. Автосәнәғәт алға киткән илдәрҙә күптән инде был система эшләп килә. Рәсәйҙә уны үҙләштереү мутлашыуҙарҙы шаҡтай кәметергә мөмкинлек бирәсәк, ти идаралығы етәксеһе
Рәсәй мегаполистары араһында Өфө яңы автомобилдәр күпләп һатылған ҡалалар исемлегендә. Халыҡ кредитҡа булһа ла салондан алырға тырыша. Белгестәр фекеренсә, был күрһәткес икенсе автомобиль баҙарына ышаныс юғалыуын күрһәтә. Ҡулланыусыларҙың ҡарашы үҙгәреүенә алыпһатарҙарҙың яман ҡылыҡтары ла сәбәпсе.
Рәсәйҙә ҡулланылған автомобилдәр баҙарының йыллыҡ әйләнеше 3 триллион һум тирәһендә баһалана. Был закон проекты раҫланған осраҡта ҡаҙна 20 миллиард һумға тулыланыр тип көтөлә. Донъя күләмендә күҙәтелгән иҡтисади ҡыйынлыҡтарҙы иҫәпкә алғанда, был һан әлбиттә, ҡануни үҙгәрешкә этәргес биреүе бик тә ихтимал.




