Октябрь районында байрамға әҙерлек тулы кимәлдә бара. Изге Рамаҙан айы 15 июндә тамамлана.
Изге Рамаҙан айы ислам диненең оло байрамдарының береһе. Байрамға әҙрелек сиктәрендә Сипайово биҫтәһендә «Хәмзә» мәсете биләмәһен төҙөкләндереү эштәре бара. Әлеге ваҡытта ерҙе тигеҙләү эше башҡарыла.
Тиҙҙән мәсет янында сквер барлыҡҡа киләсәк. Унда йәйәүлеләр өсөн юл, эскәмйәләр һәм балалар майҙансығы буласаҡ. Эштәрҙең төп өлөшө Ураҙа байрамға ҡарай тамамланасаҡ.




