Полиция хеҙмәткәрҙәре алтын әйберҙәр урлауҙа ғәйепләнеүсене ҡулға ала. Республиканың Эске Эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, зыян күреүсе үҙ танышын ҡунаҡҡа саҡыра.
Табын артында ҡатын, алтын биҙәүестәрен матрас аҫтында йәшереүен әйтә. Ҡатын магазинға сыҡҡан ваҡытта, ир алтындарҙы урлап, ҡаса.
Асыҡланыуынса, ир алтындарҙы ломбардҡа тапшырып, 14 мең һум күләмендә аҡса ала. Ҡалғандарын урамда һата. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Фото: Интернет




