Бала ҡарау ялында ултырған әсәләр йыш ҡына шәхси бизнес менән шөғөлләнә. Бала ҡарау мәшәҡәттәренән арынып ҡайһы арала башҡа шөғөлгә ваҡыт табырға мөмкин? Йәш әсәләр ниҙәр тәҡдим итә ала? Декреттағы ҡатындарҙың эше тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Әсәнән күргән тун бескән. Арыҫлан һүрәтте тиҫтерҙәре кеүек альбом битендә түгел, ә туҡымаға төшөрә. Ул үҙен дизайнер итеп хис итә. Сөнки футболкала ул уйлап тапҡан һүрәт буласаҡ, уны кейеп йөрөү үҙе бер ғорурлыҡ. Әсәһе Рүзилә ҡыҙҙар өсөн футболка әҙерләй. Аҡ төҫтәге кейемде милли һүрәт биҙәйәсәк - һаҡал. Махсус буяуҙар һәм оҫта ҡулдар ябай ғына кейемде үҙенсәлекле итә. Был шөғөлгә Рүзилә декрет ялында ултырғанда тотонған. Тәүҙә үҙ балалары ғына милли стилдә кейенеп йөрөһә, хәҙер бөтә синыф ҡыҙҙары.
Ҡупшы итәктәрҙе иһә Сөмбөл тегә. Ул да декрет ялында ултырған йәш әсә.
Хәҙер Шамонин ҡыҙҙары сит телдә аңлашылмаған һүҙҙәр яҙылған футболка һатып алмай. Ә үҙ модаһын булдырған гүзәл заттарҙы "Шамонин Коко Шанелдәре" тип йөрөтәләр. Файҙалы шөғөл уларға йәш бала менән ултырғанда аҡса эшләргә лә ярҙам итә.
Рүзилә Саптарова был эшкә башҡаларҙы ла өйрәтә. Шамонин мәктәбендә ул ойошторған оҫталыҡ дәрестәренә кескәйҙәр ҙә, өлкәндәр ҙә ҡыҙыҡһынып йөрөй.
Инза Кәримова иһә торт оҫтаһы. Икенсе улы менән декрет ялында ултырғанда бер торттан башланған эш хәҙер бәләкәй эшҡыуарлыҡ кимәленә етеп бара. Торттар партиялап түгел, һәр кемгә шәхсән бешерелә. Байрамдар, тыуған көндәр йыл да ҡабатланып тора һәм заказдар ҙа өҙөлмәй.
Рәсәй Финанс министры урынбаҫары Илья Трунин яңы һалым төрө тәҡдим итә.
Был категорияға репетиторҙар, бала ҡараусылар, өй йыйыштырыусылар һәм башҡалар- күбеһенсә легаль булмаған эшмәкәрлек алып барыусылар инә. Рәсәйҙең Финанс министрлығынан белдереүҙәренсә, әле яңы закон проекты әҙерләү кимәлендә һәм уны ҡулланыу төбәктәргә пилот проекты рәүешендә тәҡдим ителәсәк. Ставканы яҡынса алған килемдең 3 проценты итеп алыу ҡарала, хеҙмәттәр юридик шәхескә күрһәтелһә - 6 процент.
Һалым түләүҙе кэшбэк системаһы формаһында эшләү ҙә ҡарала. Үҙ мәшғүллеген тәьмин итеүселәр мобиль ҡушымтала биометрик теркәлеү үтә һәм ай һайын унда алған килемен күрһәтеп бара. Был төр һалымдан килгән аҡсаны ниндәй йүнәлештә ҡулланыуҙы төбәктәр үҙе хәл итер тип көтөлә. Уның бер өлөшө медицинала страховкалауға тотонолор тип фаразлана.
Үҙ -үҙен эш менән тәьмин итеүселәрҙең күбеһе йәш әсәләр. Сөнки бала пособиеһы элекке кеүек 3 йәшкәсә түгел, йәш ярымға ғына тиклем түләнә, ә хаҡтар көн һайын үҫкән заманда нисек тә хәлдән сығыу яғын ҡарарға кәрәк. Ә бала тәрбиәләү һәм дәүләт эшен үлсәүгә һалып ҡарағанда, эш хаҡы ҙур булмаһа, гүзәл заттар декретҡа тиклемге хеҙмәт урынына сығырға ашығып бармай. Уңайлы график булыуы ла мөһим.
Гүзәл заттарға хеҙмәт баҙары асыҡ булырға тейеш. Һөнәрең буйынса эшләйһеңме, күңел ҡушыуымы һәр кемдең ихтыярында. Был тәңгәлдә йәш әсәләргә Өфөнөң мәшғүллек үҙәгендә тап улар өсөн ойошторолған вакансиялар йәрминкәһе ярҙамға килә. Йыл башынан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә тәғәйенләнгән етенсе йәрминкә үтте.
Һөнәрен алмаштырырға теләүсе гүзәл заттар йәшәгән урыны буйынса мәшғүллек үҙәгендә иҫәпкә тора һәм унан йүнәлтмә менән уҡырға бара ала. Махсус курстарҙа улар бушлай кондитер, визажист, парикмахер кеүек үҙҙәренә оҡшаған һөнәр үҙләштерә. Ә яратҡан шөғөлө ярҙамында аҡса табыусыларҙы был йәрминкәлә осратмаҫһың, сөнки улар уңайлы өй шарттарында эшләүҙең йәмен дә, тәмен дә белеп өлгөргән. Тик бына яңы һалым төрө генә аңлашылмай, ти улар.
Ысынлап та, үҙмәшғүллек күп осраҡта ҙур аҡса табыу түгел һәм унан һалым түләү былай ҙа осон-осҡа ялғап йәшәүселәрҙең кеҫәһенә һуғыу ихтимал. Был осраҡта "Һалымдарыңды түлә лә, тыныс йоҡла" тип әйтеп булмай, сөнки ҡатын-ҡыҙҙар былай ҙа статистика буйынса бер сабыйҙы үҫтергәндә 5 йыллыҡ йоҡоһон юғалта.






