Бер ҡылыста тотош яу тарихы

Златоуст оҫталары легендар яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың хәрби ҡылысының теүәл күсермәһен эшләгән. Генерал ҡоралының төп нөсхәһе юҡ. Силәбе һөнәрселәре уны фотоһүрәттәргә ҡарап яһаған. Ҡылыс ябай түгел, ул 1940 йылдың дәүләт стандарттарына тап килтерелгән. Ул саҡта генералдар тап ошондай ҡоралдар менән парадта ҡатнашҡан. Ә ҡылыстың ҡынында иһә Шайморатовтың данлы тормошо сағылдырылған.

Фото №1 - Бер ҡылыста тотош яу тарихы

Утлы ҡоралға ҡаршы ҡылыс менән. Башҡорт атлылары танктарға ҡаршы һалҡын ҡорал менән барған тигән хәтирәләр фәстереү кеүек тойолһа ла ысынбарлыҡҡа тап килә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы артиллерияға ҡаршы көрәштә лә алыштырғыһыҙ көс була. Уларҙың ҡылыс менән оҫта эш итеүенән, дошманды ысын мәғәнәһендә тураҡлап китеүе тураһында немец һалдаттары ҡото осоп яҙып ҡалдырған. Ә совет иле башҡорт ҡылысына дан йырлаған.

Ҡылыс, дошмандың танктары араһына үтеп, уларҙың арттарынан атып килгән автоматсыларын ҡыратыр өсөн уңайлы. Бөйөк еңеүҙе яҡынлаштырыусы, яугирҙәрҙең ҡулдарында үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән һәйбәт ҡорал. Ҡылыс Шайморатов генералдыҡы ни, ябай һалдаттыҡы ни барыһы ла береш булған.

Илдар Шәйәхмәтов, "Любизар" беренсе башҡорт атлы полкы" хәрби-тарихи клубы рәйесе

Дөрөҫ, кемдең ҡулында булыуы мөһим. Тап батыр ғына йәнһеҙ тимер киҫәгенә йән, сәм, рух өҫтәй. Генерал Шайморатовтың хәрби ҡоралы ла тап ошондай ҡылыстарҙың береһе булған. Ә бит ул барлыҡ генералдарға ла эшләнгән ябай һалҡын ҡорал. Ә даны бер ниндәй ҙә тут ҡунырлыҡ түгел.

Яу яланы, башҡорт кавалерия дивизия һалдаттарының тыуған ер өсөн батырҙарса алышы, үткән хәрби юлы - тарихи күренештәрҙең барыһын да ҡылысты ҡындан сығарыу менән күрергә мөмкин. Гравюр оҫтаһы Алексей Павлючков ҡоралды ике йылға яҡын эшләй. Башта бай йөкмәткеле материал туплай, аҙаҡ эскиз әҙерләүгә тотона. Тарихи дөрөҫлөккә тап килтереп, иң мөһим ваҡиғалар сағылышын бер ҡылысҡа һыйҙыра һәм уға Шайморатов Генерал исемен бирә.

Әҙәбиәтте уҡыуға, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡулланылған ҡоралдарҙы өйрәнеүгә бер йылдан ашыу ваҡыт сарыф ителде. Сөнки эшләгән әйберҙең тарихын белмәйенсә, уға тотоноуҙан файҙа юҡ. Иң мөһиме, материал күп төрлө, шуларҙы бер урынға, ҡылысҡа йыйырға тырыштым.

Алексей Павлючков, дизайнер

Ҡорал 1940 йыл өлгөһөндәге генерал ҡылысының аныҡ күсермәһе. Ул саҡта генералдар тап ошондай ҡылыс менән парадта ҡатнашҡан. Ҡорал ГОСТ-ҡа ярашлы яһалған, бөтә нескәлектәр ҙә иҫәпкә алынған. Әйтергә кәрәк, гравюр оҫталары уны бер ниндәй заманса техника ҡулланмайынса, ҡулдан эшләгән. Ҡылысҡа Шайморатовтың башҡортса исем-шәрифе уйып-ҡуйылған, портреты төшөрөлгән.

Шайморатов генерал исеменә бағышланған ҡылысты эшләүгә беҙ юҡҡа ғына тотонманыҡ. Уны йәш быуын белеп үҫергә тейеш. Шуға ла Өфөләге хеҙмәттәштәребеҙ был идеяны тәҡдим иткәс тә, күтәреп алдыҡ. Башҡорт батырының ҡаһарманлығы иҫтәлеген мәңгеләштергән ҡылыс үҙебеҙҙең фабрика музейында һаҡлана.

Николай Новиков, "Никон" художестволы әйберҙәр яһау фабрикаһы директоры
Башбат

Цех етәксеһе әйтеүенсә, ҡылыстың яҡынса хаҡы 350 мең тирәһе. Әммә башҡорт халҡы өсөн уның баһаһы юҡ. Шуға ла Шайморатов генерал исеме менән йөрөтөлгән ҡылыс республика музейҙарында һаҡланыр, тигән өмөт бар. Әйткәндәй, күрше төбәк гварюра оҫталарының башҡорт батырҙарына бағышланған был тәүге эше түгел. 2012 йылда фабрика хеҙмәткәрҙәре Бородин яланындағы алыш буйынса тынғыһыҙ эш алып бара, һөҙөмтәлә төньяҡ амурҙарына арналған коллекция әҙерләнә. Златоуст оҫталары шулай уҡ Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге генерал ҡылыс өҫтөндә эшләй. Ҡорал быйыл сентябргә әҙер булыр тип көтөлә.

Авторҙар: Фәниә Юланова һәм Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ