Башҡортостанда " Берҙәм Рәсәй" фиркәһенең алдан тауыш биреү кампанияһы тамамланды. Республикала барлығы 662 һайлау участкаһы эшләне.
Алдан тауыш биреүҙә "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенән һайланған кандидаттар, республиканың Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайы депутаттарын һайлауҙа фиркә исеменән сығыш яһаясаҡ. Һайлауҙар ағымдағы йылдың сентябрь айында уҙа.
Төбәктә һайлаусыларҙың әүҙемлеге билдәләнде. Бынан тыш, һайлауҙар электрон вариантта ла ойошторолдо.Һөҙөмтәләр 5 июндән дә һуңға ҡалмай, билдәле буласаҡ. .
Фото: Интернет.




