Өфөлә 2 783 кеше эш урынынан ҡыҫҡартыуға эләккән

Өфөлә йыл башынан алып 2783 кеше ҡыҫҡартыуға эләккән. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, башҡаланың 160 ойошмаһында ҡыҫҡартыуҙар үткән. Әлеге мәлгә тағы 1939 кеше хеҙмәт урынынан бушатылыуы мөмкин.

Ағымдағы йылда ҡыҫҡартыусылар иҫәбенән, 1098 кеше кире эш урыны менән тәьмин ителгән. 999 кеше яңынан элек эшләгән ойошмаларына эшкә ҡайтарылған. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге хәбәр итеүенсә, эшһеҙҙәр һаны 5108 кешенән 4852 кешегә ҡалған.