Был аҙна, үткәне менән сағыштырғанда, күпкә йылыраҡ, тик ямғырлы буласаҡ. Урыны менән йәшенле ямғырҙар үтәсәк. Шулай уҡ, көслө ел сығыуы ихтимал.
4 июндә республика биләмәһендә һауа температураһы +19, +24°, төндә +4, +9°. 5 июндә ямғыр яуасаҡ. Көндөҙ көслө ел көтөлә. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +21, +26° тәшкил итә.
6 июндә көслө ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы +11, +16°, көндөҙ +25, +30°.
Фото: Интернет




