Башҡалала иртәнсәк көслө ямғыр үтә. Был йәмәғәт транспорты хәрәкәтенең сикләнеүенә сәбәпсе була. Юлдарҙы һыу баҫыу сәбәпле, троллейбустар үҙ хәрәкәтен туҡтатты.
1-се, 13-сө һәм 22-се һанлы троллейбустар ике яҡ йүнәлештә лә хәрәкәтен туҡттатты. Шулай уҡ, Революция менән Минғәжев урамдары киҫелешендә 1-се, 16-сы һәм 18-се һанлы трамвайҙар үҙ хәрәкәтен сикләне.
Әлеге ваҡытҡа электр транспорттары яңынан хәрәкәт итә башланы.
Фото: Интернет




