Башҡортостанда йәшәүселәр законһыҙ рәүештә 44 сит ил граждандарын үҙ фатирҙарына теркәгән

Шишмә районында сит ил граждандарын законһыҙ рәүештә үҙ фатирҙарына теркәгән йорт хужалары хөкөм алдында яуап бирҙе.Осраҡ буйынса 26 һәм 39 йәшлек ирҙәр ҡулға алына.

Прокуратура хәбәр итеүенсә, ғәйепләнеүселәрҙең береһе Узбәкстандан килгән ете кешене миграция иҫәбенә ҡуйған. Ул, шулай уҡ, икенсе ғәйепләнеүсегә 21 сит ил гражданинын иҫәпкә ҡуйырға тәҡдим иткән. Бынан тыш, ғәйепләнеүсе әсәһен һәм бергә йәшәгән ҡатынын законһыҙ эш итеүгә йәлеп иткән.

Дөйөм алғанда, 44 мигрант иҫәпкә алына. Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен тагый. Бер ғәйепләнеүсе шартлы рәүештә бер йылға иректән мәхрүм ителә, икенсеһе 150 000 һум штраф ала.

Фото: Интернет