Төркиәлә VI Халыҡ-ара «Фетих кубогы» үтте.
Ярышта илле илдән 500-гә яҡын кеше ҡатнашты. Башҡортостандан республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Юлай Ғәлиуллин, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Рәис Низаметдинов, Рөстәм Тләүберҙин (Учалы), Илдар Абыҙгилдин (Ғафури р.), Хөрмәт Таһиров (Сибай) ҡатнашты.
Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҡтан атыу буйынса ярыш ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр һәм үҫмерҙәр төркөмөндә ойошторола. Ир-егеттәр араһынан, етмеш метр алыҫлыҡҡа уҡтан атыуҙа, 148 кеше ҡатнаша. Башҡортостандан Юлай Ғәлиуллин ун етенсе урынға күтәрелә.




