Республикала тыуым буйынса уҙған йылға йомғаҡ яһалды. Тулы ғаиләлә сабыйҙар йыш тыуамы, тигән һорау ҡаралды. Шулай уҡ, төбәктә бала табыусы ҡатындарҙың уртаса йәше билдәләнде.
Асыҡланыуынса, һуңғы йылдарҙа бала табыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса йәше- утыҙ. Мәҫәлән, тәүге балане 25- 26 йәштә, икенсеһен- 29-30-ҙа, өсөнсө баланы 32 йәштә табалар.
Ә балаларға килгәндә, яҡынса 17% сабыйҙар никахтан тыш донъяға килә. Сабыйҙарҙың 55%ныҡы –әсәләре балиғ булмаған, ә икенсе урынды 18-19 йәшлек ҡыҙҙар һәм ҡырҡты үткән ҡатындар биләй
Фото: Интернет.




