Башҡортостандан Польшаға ике тоннанан ашыу бал оҙатыласаҡ

Тиҙҙән Башҡортостандан Польшаға башҡорт балы оҙатыласаҡ. Был хаҡта төбәктең Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы хәбәр итә. Илдәр араһында ике яҡлы килешеү төҙөлә.

Фото №1 - Башҡортостандан Польшаға ике тоннанан ашыу бал оҙатыласаҡ

Башҡортостан вәкилдәре Польшалағы хеҙмәттәштәре менән башҡорт балын Европаға сығарыу буйынса килешеү төҙөй. Ошо көндәрҙә тауар оҙатыла ла инде.

Польшаға оҙатыу алдынан, бал етди тикшереү үтә. Тәү сиратта, махсус лабораторияла Таможня союзы талаптары үтәлеше тикшерелә.Уның һөҙөмтәһендә, башҡорт балы тейешле документтар ала. Хәҙер татлы ризыҡ махсус ветеринария сертификатына һәм өс телдә тейешле документтарға эйә.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ