Республикала хәбәрһеҙ юғалған 29 йәшлек Венера Каланхождаеваны эҙләйҙәр

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған 29 йәшлек Венера Каланхождаеваны эҙләйҙәр. Ул бәләкәй балаһы менән Мәләүездән Нөгөш йүнәлешдә сығып китә. Әлеге ваҡытта юғалғандарҙы эҙләү эше бара.

Фото №1 - Республикала хәбәрһеҙ юғалған 29 йәшлек Венера Каланхождаеваны эҙләйҙәр

Юғалған ҡатындың әсәһе билдәләүенсә, уның ҡыҙы һәм дүрт йәшлек ейәне икенсе июнь көнө турбазаға ял итергә китәләр һә хәбәрһеҙ юғалалар. Венераның телефоны һүндерелгән. Ата-әсә полицияға ғариза яҙа.

Ҡатын көмөш төҫтәге «Daewoo matiz» автомобилендә сығып китә. Дәүләт номерҙары - О200ХМ102.

Кемдә кем улар хаҡында мәғлүмәт белә,ошо телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итһендәр ине: 8 919 157 98 94 йәки 8 917 745 63 47.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ