Яҡынса мәғлүмәт буйынса, Башҡортостанда үткән алдан тауыш биреүҙә һайлаусыларҙың 13%, йәғни 400 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. "Берҙәм Рәсәй" партияһы праймеризында республикала барлығы 662 участка эшләне. Улар иртәнге 8-ҙән асылды, киске 8-ҙә эшен туҡтатты.
Быйыл тәүге тапҡыр алдан тауыш биреүҙә партияға ағзалары ғына түгел, ябай һайлаусыларға ла тауыш биреү мөмкинлеге бирелде. Праймериздың тағы ла бер үҙенсәлеге, кандидатлыҡҡа дәғүәселәр исемлегендә йәштәрҙең күп булыуы
"Берҙәм Рәсәй" партияһы праймеризында Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та тауыш бирҙе. Башҡортостан" дәүләт концерт залында урынлашҡан һайлау участкаһында 17 кеше кандидатлыҡҡа дәғүәсе исемлегендә. Рөстәм Хәмитов тәүҙә бюллетенде ентекләп тикшереп сыҡты, артабан шаршау менән бүленгән кабинкаға үтеп тауышын бирҙе.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һайлауҙа ҡатнашыу өсөн кандидатлыҡҡа дәғүәселәрҙе асыҡлау маҡсатында праймериз республикала бынан өс ай самаһы элек башланып киткәйне. Дебанттар һөҙөмтәһендә исемлеккә 582 кеше индерелде. Уларҙың кәм тигәндә 40 проценты әле 35-шен дә тултырып өлгөрмәгән йәштәр. Тауыш биреүселәрҙең әүҙемлеге яҡынса мәғлүмәт буйынса 13 процент, теүәл һандарға күсергәндә был 400 меңдән ашыу кеше тигән һүҙ.
Баймаҡ ҡалаһының 999-сы һайлау участкаһында 10 кандидатлыҡҡа дәғүәсе көрәш алып барҙы. Ғәҙәти һайлауҙан тыш, республикала электрон тауыш биреү ҙә ҡулланылды. Кандидатлыҡҡа дәғүәсене билдәләү өсөн 1 июнгә тиклем партияның рәсми сайтында теркәлергә кәрәк ине. Һөҙөмтәлә был ысул менән республикала 15 мең самаһы кеше файҙаланған.
Алдан тауыш биреү һөҙөмтәһендә рейтинг төҙөлә. Йәкшәмбе һайлау учаткаларына килеүселәр кәмендә кандидатлыҡҡа өс дәғүәсе өсөн тауыш биреүҙәре тураһында әйтте. Был ысул менән лайыҡлыларҙан лайыҡлыны һайлап алыу мөмкинлеге бар ти "Берҙәм Рәсәй" партиһы вәкилдәре. Быйыл тәүге тапҡыр сәйәси фирҡә сафында тормаусылар өсөн праймеризда ҡатнашыу хоҡуғы бирелде.
Алдан тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәлере 5 июндән дә ҡалмай иғлан ителәсәк. Унан сығып партияның кандидаттар исемлеге төҙөлә. Һәр округтан бюллетенгә 4 кеше эләгергә тейеш. Уларҙың өсөһө дөйөм исемлек буйынса тәҡдим ителһә, береһе бер мандатлы округтан сығыш яһай. "Берҙәм Рәсәй" партияһынан көҙгө һайлауҙа 223 кандидат ҡатнашыр тип көтөлә.




