Холҡһоҙ пассажирҙарға һауа юлы ябыҡ

Һауа судноһында тәртип боҙған пассажирҙар "ҡара исемлеккә"индереләсәк. Проблема тыуҙырған сәхәйәтсе менән авиакомпания килешеүҙе бер яҡлы ғәмәлдән сығарасаҡ һәм бындай пассажирҙың яңынан һауа бортында осоу мөмкинлеге булмаясаҡ.

Фото №1 - Холҡһоҙ пассажирҙарға һауа юлы ябыҡ

Бөгөндән ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәр индерелде. Һауа транспортынан ситләтеү мөҙҙәте - бер йыл. Ғауғалы пасажирҙарға был хаҡта хат аша хәбәр ителә. Шул уҡ ваҡытта сәйәхәтселәр үҙ хоҡуҡтары суд аша яҡлай ала.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ