Бәхетле бала саҡты кем урлаған?

Өфө районының Ҡыҙыл Яр ауылында йәшәүсе ата-әсәләр урындағы балалар баҡсаһына зарлана. Улар әйтеүенсә, 1985 йылда асылған бина әлеге ваҡытта ярым емерек хәлдә, ә төркөмдәрҙә тейешле шарттар юҡ кимәлдә. Дөрөҫ, ата-әсәләр көсө менән былтыр бүлмәләргә косметик ремонт эшләнгән. Әммә был ғына йылдар буйына йыйылып килгән проблеманы хәл итә алмаған.

Балалар баҡсаһындағы шкафтар кескәйҙәргә генә түгел, уларҙың ата-әсәләренә лә яҡшы таныш. Сөнки уның менән бер нисә быуын файҙаланып өлгөргән. Ишектәрҙең даими асып-ябылып тороуынан күгәнле механизмдар күптән сафтан сыҡҡан. Бындай күренеш төркөмдәге башҡа йыһаздар өсөн дә хас. Әйтәйек, был карауаттарҙы ла мотлаҡ рәүештә яңыртырға кәрәк. Юғиһә, фанера өҫтөндә йоҡлаусы балалар үҫә төшкәс умыртҡа һөйәге сирҙәренән яфаланыуы ихтимал.

Ҡыҙыл Яр ауылында балалар баҡсаһы 33 йыл элек сафҡа ингән. Ошо ваҡыт эсендә бинала бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Ата-әсәләр үҙ көстәре менән емерелгән урындарҙы йыл һайын төҙөкләндерергә тырышһа ла, проблема бының менән генә хәл ителмәй.

Балалар баҡсаһында ремонт эшләнмәй. Үҙебеҙҙең аҡсаға үҙебеҙ килеп эшләйбеҙ. Хатта өҫтәлгә ҡуйырлыҡ салфеткалар ҙа юҡ, үҙебеҙ килтерәбеҙ.

Таңһылыу Ғәлимова, Ҡыҙыл Яр ауылында йәшәүсе

Ата-әсәләр тағы ла үтәнән-үтә ел өрөп торған тәҙрәләрҙең һәм ишектәрҙең иҫкереүенә зарлана. Бигерәк тә ҡыш көндәрендә түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ. Әле лә йәй башланыуға ҡарамаҫтан кескәйҙәр йылы кейемдәрҙә йөрөргә мәжбүр. Сөнки бүлмәләрҙәге температура 17 градустан да юғарыраҡ күтәрелмәй.

Өфө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы бюджетта балалар баҡсаһын ремонтлау өсөн аҡса ҡаралмаған. Шулай ҙа был эштәр киләһе йылда башҡарылыуы мөмкин. Әлеге ваҡытта махсус комиссия төҙөкләндереләсәк биналар исемлеген төҙөй. Бер үк ваҡытта урындағы властар мәсьәләне тиҙләтеү өсөн ауылда йәшәүселәргә төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнашырға тәҡдим итә.

Жители Уфимского района активно включились в программу поддержки местных инициатив. Так, Кумлекульская школа не ждет финансирования из районного бюджета. Жители решили объектом поддержки молодежных инициатив выставить замену оконных блоков в Кумлекульской школе. Я думаю, что включение в эту программу реальный способ помочь детскому саду.

Люцинә Ризуанова, Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Бинаны һаҡлап ҡалыу өсөн ата-әсәләр тейешле органдарға мөрәжәғәт тә ҡабул иткән. Өс тиҫтәгә яҡын ҡултамға менән улар бинаны төҙөкләндереүҙе һәм тейешле шарттар булдырыуҙы һораған. Ни тиһәң дә, бөгөн балалар баҡсаһы йәш ғаиләләрҙең иң ҙур терәге. Сөнки өлкәндәр көн һайын тиерлек башҡалаға йөрөп эшләргә мәжбүр.

Автор: Илдар Байбулатов.