Республикала һабантуйҙар гөрләй

Уҙған аҙна аҙағында Федоровка районы ауыл эшсәндәре лә яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһаны. Хеҙмәт алдынғылары һәм күркәм ғаиләләрҙе тәбрикләү, сағыу мәҙәни программа һәм күңелле спорт ярыштарына ҡоролған байрамды БСТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте.

Фото №1 - Республикала һабантуйҙар гөрләй

Быйыл республикала яҙғы сәсеү кампанияһын тәүгеләрҙән тамамлаған Федоровка районы ауыл эшсәндәре һабантуй байрамын күтәренке кәйеф менән ҡаршы алды.

Һауа торошо ҡатмарлы булһа ла кәйефтәр күтәренке. Сәсеүҙе уңышлы тамамланыҡ. 1600 гектар һөрөнтө ер, элеккесә бойҙай, арпа, ҡара бойҙай, ҡөнбағыш кеүек культураларҙы сәстек.

Сәғит Дәүләтбаев, "Маяҡ" йәмғиәте етәксеһе

Һуңғы йылдар төбәктең ауыл хужалығы тармағы өсөн ысынлап та, уңышлы килә. Былтыр баҫыуҙарҙан 100 мең тоннанан ашыу иген йыйып алынһа, быйыл йәнә 70 мең гектарҙан артыҡ майҙанда төрлө культуралар ултыртылған. Хужалыҡтар мул уңышҡа иҫәп тота.

Быйыл мул уңыш алырға уйлайбыҙ. Сәсеү оптималь ваҡытта башҡарылды, ти Федоровка районы хакимиәте башлығы Венер Насретдинов.

Һабантуйҙа ҡатнашыусы Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Федоровка аграрийҙарының эш һөҙөмтәләрен юғары баһаланы. Тармаҡ алдынғылары Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Өҫтән яуып торһа ла, ошо уҡ мәлдә һабантуй майҙандарында спорт ярыштары ҡыҙҙы. Иң етеҙҙәр ат сабышына сыҡты.

Һабантуйҙа һәр кем күңеленә хуш килгән тамашаны күҙәтә алды. Тоҡ кейеп йүгереү, милли көрәш, уҡтан алыу булһынмы - барыһы ла үҙ зауығына ҡарап күңел асты.

Милли уйындар һәр һабантуйҙың айырылғыһыҙ өлөшө булһа, Дағстандан килгән канатта йөрөүселәрҙең сығышы күптәргә көтөлмәгән бүләк ине. Алыҫтан килгән ҡунаҡтарҙың оҫталығын тамашасылар 40 минут дауамында тел шартлатып күҙәтте.

Һауа шарттарының алмашынып тороуы һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙың кәйефен ҡыра алманы. Йылдың-йылына борондан килгән байрам халыҡтың көтөп алған ваҡиғаһы бупып ҡала.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ