Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Көньяҡ Америкалағы дәүләттән гастролдән ҡайтты. Тур ваҡытында яҡташтарыбыҙ 10 концерт ҡуйған, тамашалар илдең ҙур һәм билдәле мәҙәни усаҡтарында күрһәтелә.
Башҡортостан бейеүселәренең бай йөкмәткеле, сағыу тамашалары тәүҙә Рибейран-Прету һәм Сантос ҡалаларында үтә. Бразилияның мәҙәниәт министры концертҡа үҙе килә һәм урындағы балет мәктәптәре уҡыусыларын да саҡыра. Ансамбль вәкилдәре әйтеүенсә, репертуар ике өлөштән тора, уның тәүгеһенә Фәйзи Ғәскәровтың алтын мираҫына ингән башҡорт бейеүҙәре, икенсеһендә төрлө милләт бейеүҙәре сағылыш тапҡан.
Ансамблдең концертына билеттар тур башланғанға тиклем үк һатылып бөтә, тамашасылар яҡташтарыбыҙҙың һәр сығышын көтөп ала һәм көслө алҡыштар менән оҙата. Улар хатта, концерттан һуң сәхнә оҫталарының эргәһенә килеп теге йәки был бейеүҙең тарихы, легендалар менән ҡыҙыҡһына, һоҡланыу, рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.




