"Байыҡ" кескәй дуҫтарын йыя

Бөгөн Өфөлә телевизион бейеү конкурсына һайлап алыу туры үтте. Бындай һайлау турҙары республиканың бер-нисә төбәгендә бара, әлегә тиклем ойоштороусылар Баймаҡ, Учалы ҡалаларында булып ҡайтҡан. Йылдан-йыл "Байыҡ" та үҙ көсөн һынап ҡараусы балалар һаны арта.

Фото №1 - "Байыҡ" кескәй дуҫтарын йыя

Ҡатнашыусылар араһында Башҡортостан район-ҡалаларынан да, сит төбәктәрҙән килеүселәр ҙә бар. Улар билдәләүенсә, "Байыҡ" иң абруйлы бейеү бәйгеһе, конкурста ҡатнашыу өсөн ныҡлы әҙерлек, ижади эҙләнеүҙәр талап ителә. Сығыш үҙенсәлекле, сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ булырға тейеш.

"Байыҡ" бейеү конкурсы быйыл ун йылыҡ юбилейын билдәләй. Ошо йылдар эсендә телевизион бәйге 5 меңдән балаға оло сәхнәгә юл асҡан. Конкурс еңеүселәре бөгөн илдең, республиканың профессиональ ансамблдәрендә ижади үҫешен дауам итә. Сараны ойоштороусы Рита Өмөтбаева әйтеүенсә, "Байыҡ" бер нисә йүнәлештә эш алып бара. Бейеү майҙаны йәш таланттарҙы асыҡлау, улар уларға оло ижадҡа этәргес яһауҙан тыш, балалар ансамблдәренең, бейеү ҡуйыусыларҙың артыуына ла булышлыҡ итә. Башҡорт бейеүенең абруйын күтәрә, данын тарата.

"Байыҡ" бейеү конкурсының Гала-концерты быйыл Өфөлә, 21 июндә "Ватан" этнопаркында үтә. Тамашала республика район-ҡалаларынан ун йыл дауамындағы еңеүселәр сығыш яһай. Дағстан, Чечен, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡырғыҙстан республикаларынан, Рәсәй төбәктәренән бейеүселәр ҡатнаша. Быйыл тамашасылар өсөн дә бүләктәр әҙерләнгән.

Конкурс сиктәрендә яңы бейеү ҡуйыусыларҙы таптыҡ, был йәһәттән балалар конкурсының әһәмиәте ҙур. Йыл һайын һайлап алыу туры элеккеләренән айырыла. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә бейеү ансамблдәренең барлыҡҡа килеүе ҡыуандыра.

Рита Өмөтбаева, "Байыҡ" балалар конкурсы продюсеры

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ