Өфөлә 8 июндән 12 тиклем бишенсе тапҡыр “Евразия йөрәге” сәнғәт фестивале уҙа

Дүрт көн дауамында барған музыкаль форумға илдең төрлө төбәктәренән билдәле йырсылар һәм ижади төркөмдәр саҡырылған. Фестиваль ғәҙәттәгесә, Конгресс-холл эргәһендәге "Өфө" амфитетрында үтә.

Фото №1 - Өфөлә 8 июндән 12 тиклем бишенсе тапҡыр “Евразия йөрәге” сәнғәт фестивале уҙа

Сара сиктәрендә "Симфония төнө", "Этно төн", "Ҡурай фест" милли костюмдар парады ойошторола. Музыка байрамы 12 июндә Гала-концерт менән тамамлана.

Быйылғы фетивальға бөтә донъяға киң билдәле Вероника Джоева киләсәк. Шулай уҡ сит илдәрҙән саҡырылған башҡа атаҡлы йырсылар ҙа сығыш яһаясаҡ. Фестиваль дүрт көн бара.

Раушан Яҡупов, Республика милли симфоник оркестрының баш дирижеры, фестивалдең художество етәксеһе

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ