Хәрәкәттә - бәрәкәт

Республикала "Айыҡ Башкортостан" акцияһы сиктәрендә Баймаҡ районы предприятиелары иртәнге физик күнекмәләргә баҫты. Акцияны төбәктең урта профессиональ уҡыу йорттары башланы. Артабан эстафетаны район һәм ойошма-предприятиелар етәкселәре ҡабул итеп алды.

Фото №1 - Хәрәкәттә - бәрәкәт

Эш көнөнөң иртәнге сәғәте, Баймак етәкселәре өсөн, физкультуранан башлана. Башта кала майҙанында физик күнекмәләр, һуңынан ялкынлы хеҙмәт. Был иһә республикала иғлан ителгән “Айык Башкортостан” акцияһына теләктәшлек белдереү.

Районға ошондай тәкдим менән сыккан йәш эшкыуарҙар Рәил һәм Рәсимә Йәналиндарҙың башланғысына берәү ҙә каршы килмәй.Башта Урал арьяғы агросәнәғәт колледжы, һунынан яғыулык энергетика колледжы студенттары үҙҙәренен бер көнөн ошо акцияға бағышлай. Ниһайәт инициативаны район һәм кала етәкселәре лә кабул итә.

Был акцияға беҙ Өфөлә ҡушылдыҡ, уның төп этабы шунда үтә. Ә ниңә әле Баймаҡта бындай флеш-моб үтмәй тип, беҙ быны үҙебеҙҙә үткәрергә булдыҡ.

Рәсимә Йәналина, эшҡыуар, акцияны ойоштороусы

Хәрәкәттә - бәрәкәт тигән девиз аҫтында сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау ойошма һәм предприятие етәкселәренә окшаны. Хәҙер бындай физик күнекмәләрҙе даими үткәрергә кәрәк тигән тәкдим дә бар.

Автор: Гөлдәр Ишбулатова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ