Бөгөн "Йатаған мөслим" проектының исем туйы үтте

"Башҡортостан" дәүләт концерт залында билдәле "Йатаған" этно-төркөмө дини йүнәлештәге программа менән сығыш яһаны. Программала башҡорт халыҡ йырҙарынан тыш төрөк, ғәрәп халыҡтары йырҙары һәм көйҙәре лә яңғыраны.

Фото №1 - Бөгөн "Йатаған мөслим" проектының исем туйы үтте

Үҙенсәлекле тамашаға ижади төркөм бер йыл буйына әҙерләнгән.

Программаға мосолман көйҙәре, мөнәжәттәре ингән. Мосолмандар ҙа музыка тыңларға ярата, тик уларға бөтә музыка ла тап килмәй. Барлыҡ мосолмандарҙы ҡыуандырыр өсөн, ислам нурын таратыр өсөн “Йатаған мөслим” проектын булдырҙыҡ.

Ғаяз Ялмырҙин, "Йатаған" этно төркөмө ҡурайсыһы һәм йырсыһы

Премьераға халыҡ күп йыйылды. Тамашасылар араһында башлыса дин тотҡан мосолмандарҙың күп булыуы осраҡлы түгел. "Рамаҙан нуры" концертының тағы бер үҙенсәлеге - уның алып барыусыһы булманы, номерҙар араһында дини тәғлимәттәргә урын бирелде.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ