Башҡортостанда урамда сауҙа иткән өсөн штраф кәметелмәйәсәк

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышында, урамда сауҙа иткән өсөн штрафтарҙы күтәреү буйынса закон проекты кире ҡағылды. Константин Толкачев билдәләүенсә, сауҙа эшендә ҡатнашыусыларға штрафтарҙы кәметеү- маҡсатһыҙ эш.

Фото №1 - Башҡортостанда урамда сауҙа иткән өсөн штраф кәметелмәйәсәк

Билдәле булыуынса, урамда сауҙа итеү менән, башлыса, хаҡлы ялдағы баҡсасылар шөғөлләнә. Тыйылған сауҙа менән шөғөлләнеүгә штрафтарҙы күтәреү бер нимәгә килтермәйәсәк. Депутаттар был хәлдән сығыуҙың икенсе юлын тәҡдим итә.

Депутаттар тәҡдиме буйынса, баҡсасылар сауҙаһы өсөн уңайлы шарттар һәм махсус урындар тыуҙырыу мөһим.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ