Башҡалала күп профилле реабилитация үҙәге асыласаҡ. Бихисап кешеләрҙе инвалидлыҡтан һаҡлап аласаҡ үҙәк өсөн 427 млн. һум күләмендә инвестиция ҡаралған. Проекттың инвесторы булып «Медстандарт» тора.
Проект дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә барлыҡҡа киләсәк. Үҙәк мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге сиктәрендә эшләйәсәк. Реабилитация үҙәге адресы: Октябрь проспекты,133/2.
Бинаны төҙөкләндерәсәктәр һәм уның майҙаны дүрт ҡатҡа тиклем ҙурайтыласаҡ. Үҙәктә балалар һәм ололар өсөн йөҙ урын бүленәсәк. Яңы медицина үҙәген асыу 2020 йылға ҡаралған. Әлеге ваҡытта тейешле документтар әҙерләнә.
Фото: Интернет.




