Республикала шишәмбе һәм шаршамбы көндәре елдең тиҙлеге секундына 23 метрға тиклем етәсәк. Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, был көндәрҙә республика биләмәһендә йәшенле ямғыр яуыуы ихтимал.
Ҡотҡарыусылар республика халҡын йәшен ваҡытында тышҡа сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Тышҡа ҡалған осраҡта, тимер ҡоролмалар, ағастар янында ҡалмаҫҡа ҡасыра. Транспорттарҙы иһә ағастарҙан алыҫыраҡ лтырға кәрәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған дүшәмбе башҡалала көслө ямғыр яуып үтте.




