Республикала иҫерек килеш руль артына ултырған водителгә ҡаты хөкөм ҡарары сығарыла

Салауатта иҫерек водителгә ҡарата ҡаты ҡарар сығарыла. 35 йәшлек ир ике ике тапҡыр иҫерек килеш руль артына ултыра. Уға иректән мәхрүм итеү янай.

Фото №1 - Республикала иҫерек килеш руль артына ултырған водителгә ҡаты хөкөм ҡарары сығарыла

Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың ғинуар айында Kia Sportage автомобиле руле артына иҫерек килеш ултыра. Асыҡланыуынса, быға тиклем ул ошондай уҡ осраҡ буйынса хөкөм ителгән булған.Суд ғәйепләнеүсене 300 сәғәткә мәжбүри эшкә йәлеп итә. Ул, шулай уҡ, транспорт менән идара итеүгә бәйле эш менән шөғөлләнә алмаясаҡ.

Бындай ҡарарҙы йомшаҡ тип иҫәпләйҙәр. Хәҙер ғәйепләнеүсе ярты йылға иректән мәхрүм ителде.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ