Башҡортостанда экстремистик мәғлүмәткә эйә булған 20 сайт ябыла

Мәләүездә экстремистик материалдарға эйә булған мәғлүмәт ресурстарын ябалар.Законға ярашлы, бындай мәғлүмәтте йәмғиәткә таратыу тыйыла.

Фото №1 - Башҡортостанда экстремистик мәғлүмәткә эйә булған 20 сайт ябыла

Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, порталдарға бар кешеләр, шул иҫәптән балиғ булмағандар ҙа, инә алған. Экстремистик материалдар, башлыса, музыкаль сайттарҙа табыла. Йырҙарҙағы мәғлүмәт терракттарҙы ыңғай тип иҫбатлай, шуның менән милли һәм дини ыҙғыш сығарыуға саҡыра.

Прокуратура тиҙ арала тейешле сара күрә. Егерме сайт ябыла.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ