Өфөлә йәшәүсе Әлфиә Шәйхәлисламова «Миссис Башҡортостан-2018» титулын эйә була

Ошо көндәрҙә башҡалала традицияға ингән FASHION & BEAUTY DAY – 2018 мода, матурлыҡ һәм сәләмәтлек фестивале уҙҙы. Уның сиктәрендә «Миссис Башҡортостан» төбәк матурлыҡ конкурсы ойошторолдо. Был хаҡта республиканың Хеҙмәт министрлығы хәбәр итә.

Фото №1 - Өфөлә йәшәүсе Әлфиә Шәйхәлисламова «Миссис Башҡортостан-2018» титулын эйә була

Жюри составында министерство, мәрхәмәтлек фонды вәкилдәре, шулай уҡ сәнғәт эшмәкәрҙәре була. Һөҙөмтәлә, «Миссис Башҡортостан-2018» титулына Өфөнән Әлфиә Шәйхәлисламова эйә була.

«Миссис Башҡортостан-2018» конкурсында төбәктең туғыҙ йәш әсәһе ҡатнfшты. Быйыл уларға ижади сығыштар менән балаларынан тыш, иптәштәре лә ярҙамға сыҡты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ