Өфөләге лицейҙың футбол яланында убылып төшкән ер төҙөкләндерелде

160-сы лицейҙа ерҙең убылып төшөү эҙемтәләрен бөтөрөү тамамланыу алдында. Мәғариф учреждениеһының футбол яланында бер ай дауамында төҙөкләндереү эштәре барҙы.

Фото №1 - Өфөләге лицейҙың футбол яланында убылып төшкән ер төҙөкләндерелде

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр тупраҡтың убылыуының сәбәбен асыҡлай. Соҡорҙы яңынан ҡаплайҙар. Мәктәптең футбол яланында ремонт эштәре башҡарыусының гарантияһы иҫәбенә башҡарыла.

Яһалма йәшел газон һалынғандан һуң, яланда эштәр тулыһынса тамамлана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ