Кешеләрҙе ҡулға алыуы һәм йортҡа шартлатҡыс һалыуы тураһында ялған хәбәр өсөн Өфөлә йәшәүсе ир хөкөм ителде

Өфөнөң Орджоникидзе район суды башҡалала йәшәүсе ир «терроризм акты тураһында ялған хәбәр итеү» статьяһы буйынса ғәйепле тип танылды. Ир үҙ ғәйебен тулыһынса таный. Суд уға егерме мең һум күләмендә штраф һала.

Судтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, иҫерек ир танышына ҡунаҡҡа килә, әммә ҡатын күп ҡатлы йортта урынлашҡан фатирына индермәй. Бынан һуң, ир ҡотҡарыусыларға шылтыратып, кешеләрҙе ҡулға алыуы һәм фатирға шартлатҡыс һалыуы тураһында хәбәр итә.

Ваҡиға урынына тейешле хеҙмәт белгестәре килә. Тикшереү барышында шартлатҡыс табылмай.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный, хәҙер уға егерме мең һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк. Бынан тыш, ир Эске эштәр министрлығы Идаралығына килтерелгән зыян өсөн түләйәсәк.