Башҡортостанда инвалидтар дауаланыу урынына үҙҙәре барып-ҡайтырға мәжбүр була

Прокуратура инвалидтарҙы дауаланыу урынына алып барыуҙы тәьмин итергә ҡушты. Урында йәшәүсе биш сирле үҙҙәре гемодиализ үҙәгенә йөрөй.

Инвалидтарҙың берәүһе ауылда йәшәй. Аҙнаһына өс тапҡыр, йортонан алтмыш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан үҙәккә йөрөй. Шул уҡ ваҡытта, юл сығымдарын үҙе түләй.

Пациенттарҙың юлға киткән сығымы «гемодиализ» хеҙмәтенә индерелә. Прокуратура сирлеләрҙе дауаланыу урынына алып йөрөүҙө талап итә. Суд ғаризаны ҡабул итә.

Фото: Интернет