Республикаға 30 градуслы эҫе көндәр килә

Шаршамбы республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар үтә.Көндөҙ һауа температураһы + 30 градусҡаса эҫетәсәк. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

«Алдағы ике көндә һалҡын һауа торошо,урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы көтөлә»,- тип өҫтәнеләр Башгидрометүҙәктән.

Аҙна дауамында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә, 5 июндә, республиканың айырым райондарында ҡойма ямғырҙар үтәсәк, шулай уҡ, көслө ел сығыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә 16 градус, көндөҙ 24 градус йылы. Көньяҡ райондарҙа утыҙ градуслыҡ эҫе көтөлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ