Рәсәй Белоруссияла етештерелгән һөт аҙыҡтарына сикләү индерҙе

Белоруссияла етештерелгән һөт һәм һөт аҙыҡтарына сиклеү индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Сикләү 6 июндән индерелә. Был, илгә хәүефле аҙыҡ-түлектең индерелеүе дауам ителеүгә бәйле.

Фото №1 - Рәсәй Белоруссияла етештерелгән һөт аҙыҡтарына сикләү индерҙе

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, башлыса һөттәрҙә етешһеҙлектәр табыла. Сикләү етештереүгә индерелгән һөттәргә һәм һатыуға әҙерләнгән 2,5 литр күләмендәге һауыттарҙағы һөттәргә ҡағыла.

Билдәләүҙәренсә, Белоруссияның ауыл хужалығы министрының урынбаҫары Ивана Смильгиняны сикләү индереү тураһында иҫкәрткәндәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йыл башында Рәсәй ҡайһы бер һөт аҙыҡтарына сикләү индереү хаҡында күҙаллағайны. Тик уның ваҡытын күсерә килделәр.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ