Өфө суды интим-хеҙмәттәр тәҡдим иткән иғландар баҫтырылған 12 сайтты яба

Өфө суды Рәсәй Федерацияһы закондарын үтәмәгән сайттарҙы ябыу тураһында ҡарар сығарҙы. Хоҡуҡ һаҡлау органдары интим-хеҙмәт тәҡдим иткән иғландар баҫтырылған ун ике сайтты асыҡлай. Был хаҡта Киров районы прокуратураһы хәбәр итә.

Фото №1 - Өфө суды интим-хеҙмәттәр тәҡдим иткән иғландар баҫтырылған 12 сайтты яба

Рәсәй Федерацияһы законына ярашлы, кешегә енәйәти йәки административ яуаплылыҡ көткән мәғлүмәтте тартыу тыйыла. Ошоно иҫәпкә алып, Киров районы прокуратураһы судҡа сайттарҙы сикләү тураһында ғариза ебәрә. Ғариза ыңғай хәл ителә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл апрель айында йөҙҙән ашыу сайт ябыла. Интернет-биттәр РФ-тың закондарын теүәл үтәмәй. Был сайттарҙа интим-хеҙмәттәр тәҡдим итәләр, икенселәрендә спиртлы эсемлектәр һаталар.

Фотография: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ