“Берҙәм Рәсәй” партияһы сафында иң лайыҡлылар асыҡланды. Алдан һайлауҙа 582 кандидат ҡатнашты. Башҡортостан буйынса алдан тауыш биреүҙә һайлаусылар әүҙемлеге13,4% булған. Райондарҙа күрһәткестәр тағы ла юғары.
Хәйбулла, Баймаҡ һәм Нуриман райондарында праймеризда 17 проценттан ашыу тауыш биреүсе участкаларға килгән. Түбән электораль әүҙемлек Ағиҙел, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында күҙәтелгән. Был төбәктәрҙә 11 процент самаһы һайлаусы кандидатлыҡҡа дәғүә итеүселәр өсөн тауыш биргән.
Иң күп тауыш йыйған кандидаттар исемлегендә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова бар. Рейтингтары юғары кандидаттар “Берҙәм Рәсәй” партияһы исеменән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауҙа ҡатанашасаҡ.
"Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе секретары, Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, праймериз асыҡ һәм һөҙөмтәле алым, партия халыҡ хуплаған кандидаттарҙы тәҡдим итәсәк.




