Ауылда йәшәүселәргә ярҙам

Ауыл ерендә йәшәүселәрҙә ҙур ихтыяж менән файҙаланған "Йорт комплекты" программаһы 2025 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында белдерелде. Шулай уҡ кәңәшмәлә "Иң яҡшы күп фатирлы йорт" төбәк конкурсының приз фондын ике тапҡырға арттырырға килешелде.

Фото №1 - Ауылда йәшәүселәргә ярҙам

Дүртөйлө районында йәшәүсе Вәлитовтар "Йорт комплекты" проектында ҡатнашыусы бәхетле ғаиләләрҙең береһе. Программа ярҙамында улар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ағастан йорт һалып сыҡҡан. Бының өсөн уларға торлаҡҡа мохтажлыҡҡа сиратҡа баҫыу һәм ер юллап алыу ҙа еткән. Ә инде дәүләт төҙөлөш өсөн ташламалы кредитты хәстәрләгән. Әйтергә кәрәк, 2011 йылдан алып ғәмәлгә ашырылған был проект ярҙамында республикала йәшәүсе бик күп ғаиләләр өй туйлаған.

Ауыл халҡы өсөн бик уңайлы проект. 5% башҡа бер ҡайҙа ла юҡ, банктарҙы әйтеп тораһы ла түгел. Бер ай эсендә өй күтәрҙек, һуңға тиклем ышанмай инек.

Гөлсәсәк һәм Йәүҙәт Вәлитовтар, Иҫке Байыш ауылында йәшәүселәр

Бөгөн Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында дәүләт программаһын тағы ла 8 йылға оҙонайтырға килешелде. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, проектың шарттары шул килеш һаҡлана. Йәғни, ауыл ерендә йәшәгән һәм торлаҡ шарттарыу яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр биш процентлы кредитҡа дәғүә итә ала. Ә инде бүленсәк суммаға ағас төҙөлөш материалдары һатып алырға мөмкин.

Бөгөн республикала ауыл ерендә йәшәгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған 34 меңгә яҡын ғаилә иҫәпләнә. Әммә бүленәсәк финанс күләме һәм уҙған тәжрибә иҫәпкә алынып йыл һайын 500 ғаилә льготалы заем менән тәьмин ителәсәк.

Егор Родин, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары

"Француз ихатаһы" тип аталған был торлаҡ комплексы Өфө районы Михайловка ауылында урынлашҡан. Берҙәм архитектура ансамбленән торған кварталда күп ҡатлы тиҫтәнән ашыу йорт иҫәпләнә. Видеокүҙәтеү ҡоролмалары, йәйәүлеләр зонаһы, уйын һәм спорт майҙансыҡтарын үҙ эсенә алған ихата шулай уҡ йәшеллеккә күмелеүе менән иғтибарҙы йәлеп итә. Бер үк ваҡытта торлаҡ милексәләре ширҡәте подъездарҙы ла онотмай.

Торлаҡ милексәләре ширҡәтеның тырышлығы республика кимәлендә лә танылды. Улар йыл һайын ойошторолоп килгән "Иң яҡшы күп фатирлы йорт" республика конкурсында еңеү яуланы. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса барлығы 100 өйгә уңыш йылмайған. Әйкәндәй быйыл конкурстың бюджеты ике тапҡырға артып, хәҙер ул ун миллион һәм тәшкил итә. Еңеүселәр иртәгә тәбрикләнәсәк.

Башбат

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ