Баймаҡ районының ауыл эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәрен тамамланы

Ҡыр эштәренә был аҙнала район һабантуйы йомғаҡ яһаясаҡ. Быйыл күп майҙандарҙа етен, нут кеүек отошло, майлы культураларға өҫтөнлөк бирелде. Шулай уҡ хужалыҡтар һоло, арпа, бойҙай сәсте. Ошо көндәрҙә ҡайһы бер фермерҙар химик утауға төшөргә әҙерләнә. Ҡыр эштәре менән бер рәттән малсылыҡ тармағы ла иғтибар үҙәгендә ҡала. Әле барлыҡ малдар ҙа йәйге лагерҙарға сығарылған.

“Рәсүлев” крәҫтиән-фермер хужалығы иң тәүгеләрҙән яҙғы сәсеү эштәренә төшөп, ҡыр эштәрен алдынғылар рәтендә тамамланы. Ошо көндәрҙә хужалыҡ эшсәндәре химик утауға төшөргә йыйына. Шулай уҡ малдарҙы ла улар йәйләүгә апрель аҙағында уҡ сығарған. Крәҫтиән-фермер хужалығының “Түбәнге һаҙ” һәм “Байҡара” йәйләүҙәрендә 350-нән ашыу мал иҫәпләнә.

Ауыл ере өсөн бөгөн яҡшы көтөүсе лә алтынға бәрәбәр. Уны хужалыҡтар яҙ башынан ук хәл итеп ҡуйырға тырыша. Әле йәйләүҙә 4 көтөүсе эшләй, 4 һауынсы аҡтың тамсыһын да әрәм итмәй һауып ала. Ә лаборант, техник ҡасырыусы Эльвира Ишмырҙина үҙ эшен еренә еткереп башҡарыуы һөҙөмтәһендә малдарҙың тоҡомон үрсетеүгә тос өлөш индерелгән. Розалия Исламова малҡайҙарҙың быҙауҙарын яратып тәрбиәләй. Иң оло һауынсы Миңниса Шәйәхмәтованың был еңел булмаған һөнәрҙе һайлауына быйыл 35 тула.

“Рәсүлев” КФХ-һынан көнөнә тоннанан ашыу һөт Мәләүез һөт комбинатына оҙатыла. Таң-кис тимәй тынғыһыҙ хеҙмәт көсө түккән ауыл эшсәндәренен хеҙмәте түбәнерәк баһалана, әлбиттә. Был иһә һауған һөттөң хаҡында ла асык күренә, аҡтың хаҡы юҡ кимәлендә. Бөгөн был проблема көн ҡаҙағында кала.

Автор: Айгөл Иҙелбаева.