Бөгөн Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында янғын хәүефһеҙлеге буйынса күнекмәләр уҙҙы. Сценарийға ярашлы, бинанан хеҙмәткәрҙәр тиҙ арала эвакуацияланып, хәүефһеҙ урынға күсерелде. Һанаулы минут эсендә килеп еткән янғын һүндереүселәр биналағы утты һүндерҙе. Күнекмәлә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре теүәл башҡарылды.
Идаралыҡ етәксеһе әйтеүенсә, сара ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуға, янғын һүндереү ҡоролмалары менән эш итә белеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторола.




