Башҡортостан Конституцияһы ҡабул ителеүгә 25 йыл тула

Был уңайҙан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында күләмле сараға әҙерлек мәсьәләләре барланды. Республика Конституция суды рәйесе Зөфәр Еникеев әйтеүенсә, әлеге ваҡытта юғары уҡыу йорто студенттары араһында ғилми-ғәмәли конференциялар үткәрелә башлаған. Шулай уҡ яңы уҡыу йылы башланыу менән мәктәп уҡыусыларының ижади эштәрен ҡабул итеү ҙә күҙаллана.

Фото №1 - Башҡортостан Конституцияһы ҡабул ителеүгә 25 йыл тула

Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы ҡыҙҙар-малайҙар өсөн "Иң яҡшы видеоролик, публицистик очерк" бәйгеһен иғлан итәсәк. Конкурста ҡатнашыусылар үҙ һәләттәрен һүрәт төшөрөү буйынса ла һынап ҡарай ала. Әйткәндәй, юбилей уңайынан "Конституция - балалар күҙлегенән" исеме аҫтында яңы баҫма донъя күргәйне. Унда ҡыҙыҡлы, сағыу фәлсәфәүи экспозициялар урын алған. Конкурстың маҡсаты балаларҙы хоҡуҡи яҡтан тәрбиәләү, бәләкәйҙән законға таянып эш иткән граждандар итеп үҫтереү.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, Башҡортостан Конституцияһы ҡабул ителеүгә 25 йыл тулыу уңайынан республика белем усаҡтарында тематик класс сәғәттәре, музейҙарҙа мәктәп уҡыусылары өсөн асыҡ ишектәр көнө уҙғарыу ҡаралған.

Конституция беҙҙең төп закон. Тәүгә йылдарҙа конституция ҡабул ителгән көн ял көнө тип иҫәпләнгәйне, хәҙер байрам көнөнән төшөп ҡалды. Шулай ҙа 25 йыл ул бик ҙур дата, дәүләт байрамы. Ҙур саралар ҡаралған, мәҫәлән 20 декабрьҙа халыҡ-ара конференция ойошторабыҙ.

Зөфәр Еникеев, Башҡортостан конституция суды рәйесе

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ