Күләмле ремонт эштәре башланған да инде. Асфальт түшәгәндә юлсылар күләмле проектлау ысулын да ҡуллана. Бөгөн Приуралье автомагистрале идаралығы тармаҡ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә күсмә кәңәшмә ойошторҙо. Унда юлдарҙы ремонтлауҙағы яңы алымдар күрһәтелде.
Башҡортостан юлдарында быйыл эш күләме ҙур. Бөгөн алып барылған ремонт эштәренән сығып, федераль трассаларҙың сифатын билдәләргә мөмкин. Эштәрҙе башҡарғанда технологияларҙы үтәүҙе контролдә тотоу, өҫкө атламды түшәгәндә инновацион материалдарҙы ҡулланыу ысулдары күрһәтелде. Эксперттар, инженерҙар, подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре алдында SP-12 асфальт-бетон ҡатнашмаһы ярҙамында юл ҡатламын тигеҙләнде һәм түшәлде. Эштәр электрон программа комплексы ярҙамында башҡарылды.
Р-240 федераль трассаһының 16 -нан 22 -cе километры. Был Өфө-Ырымбур автомобиль юлының иң проблемалары өлөштәренән һанала. Юлдың төп өлөшөндә тәгәрмәстәр ауырлығынан уйымдар барлыҡҡа килгән. Асфальт-бетон ҡатнашмаһын һалыр алдынан юлсылар өҫкө ҡатламды аҡтара. Был сара юл ҡатламын тигеҙ итеп түшәргә мөмкинлек бирә. Һәр этапта сифат мәсьәләһе ҡәтғи контролдә тотола.
Подрядсы ойошманың эшен башҡа юл предприятелары хеҙмәткәрҙәре күҙәтә. Улар бөтәһе лә хеҙмәттәштәренең эше менән танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсаты менән килгән.Сифат көнөндә нормативтарҙы һаҡлау, гарантиялы хеҙмәтләндереү мәсьәләләре лә ҡаралды.
Был прибор ярҙамында асфальт-бетон ҡатламының тығыҙлығы билдәләнә. Уның менән түшәлгән асфальттың һәр бер квадрат метрын тикшереп ҡарарға була. Тығыҙлыҡ крррекцион коэфициенты 86 % тәшкил итергә тейеш.
Өфө - Ырымбур юлында ике һыҙаттан барлығы 11 200 метр арала өҫкө ҡатлам алынып, ҡабаттан тигеҙләп түшәләсәк. Юлсылар ремонтты 30 августан күпкә алдараҡ тамамларға иҫәп тота.




