Шәфҡәт туташы урынына - компаундер

Бөгөн республика балалар клиник дауаханаһында компаундер аппараты эшләй башланы. Заманса технология етлекмәй тыуған һәм операциянан һуң реабилитация үтеүсе сабыйҙарҙы дауалауҙа ярҙам итә. Аппарат хәйриә фонды ойошторған акция ярҙамында һатып алынған.

Фото №1 - Шәфҡәт туташы урынына - компаундер

Кнопкаларға бер нисә баҫыу менән кескәй пациенттарҙы туҡландырырға ҡатнашма йә дарыу әҙер була. Компаундер - яңы медицина аппараты шәфҡәт туташы эшен алыштыра. Быға тиклем инфузияларҙы шприцтар ярҙамында әҙерләһәләр, бөгөндән был хеҙмәттә яңы аппарт ҡулланыла.

Шприц ярҙамында әҙерләнгән препараттар дауаханалағы һауа менән контактҡа инә, ә былай бөтәһе лә ҡоролма эсендә башҡарыла һәм унан һуң баланың ҡан юлы аша организмына эләгә.

Рөстәм Әхмәтшин, Республика балалар клиник дауаханаһы баш табибы

Компаундер неонатология өлкәһендә заманса медицина ярҙамы күрһәтеүҙә алдынғы ҡорамал. Етлекмәй тыуған, яңы донъяға килгән сабыйҙарға һәм операциянан һуң реабилитация үткәреүҙә файҙаланыла.

Яңы аппаратты һатып алырға йүгереүселәр ярҙам иткән. Былтыр 29 июлдә республика балалар клиник дауаханаһы, "Наши дети" хәйриә фонды йүгереү марафоны үткәрҙе. Акцияла ҡатнашҡан һәр кем билет һатып алған һәм унан килгән аҡса заманса ҡоролманы һатып алыуға йүнәлтелгән.

Урмансылар паркында ойошторолған акцияла бик күп кеше ҡатнашты. Өлкәндәр төрлө дистанцияға йүгерҙе. Йүгерергә теләүселәр тәүҙә тренировкалар үтте.

Илона Раздумина, "Беҙҙең балалар" хәйриә фонды координаторы

Яңы ҡорамал сит илдеке һәм уның менән эшләргә өйрәтеү маҡсатында Республика балалар клиник дауаханаһына Германия вәкилдәр килде. 3 миллион 600 мең һум торған медицина техникаһы өсөн хәйриә акцияһы 400 мең һум йыйһа, ҡалғанын дистрибьютор компания түләгән. Республикала неонатология өлкәһендә ҡулланылыусы ул икенсе компаундер.

Башбат

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ